close
Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 257 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

BERJAYA

BERJAYA

Көн рәсеме

BERJAYA
BERJAYA

Эдгар По (19 ғинуар 1809 йыл, Бостон, АҠШ — 7 октябрь 1849 йыл, Балтимор, АҠШ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе, Америка романтизмы вәкиле. Хәҙерге заман детективына һәм психологик проза жанрына нигеҙ һалыусы. Эдгар Поның ҡайһы бер әҫәрҙәре фәнни фантастиканың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ иткән. Уның ижадының үҙенсәлекле һыҙаттары: иррационаллек, мистицизм, һәләкәткә дусар булыу, һүрәтләнеүсе хәлдәрҙең ғәҙәттән тыш булыуы. Бигерәк тә «ҡурҡыныс» һәм мистик хикәйәләр һәм «Ҡарға» шиғырының авторы булараҡ билдәле.

Эдгар По новелланы үҙенең төп ижад формаһы итеп алған тәүге Америка яҙыусыларынан. Ул тик әҙәби ижад менән генә көн итергә маташҡан, шуға күрә уның тормошо һәм карьераһы финанс ауырлыҡтарҙа үткән, етмәһә, хәмер менән дә мауыҡҡан булған. Егерме йыл ижади ғүмере эсендә Эдгар По ике повесть, ике поэма, бер пьеса, етмешләгән хикәйә, иллеләп шиғыр, ун тирәһе эссе яҙған. Әҫәрҙәре журналдарҙа һәм альманахтарҙа баҫылған, һуңынан йыйынтыҡтарға тупланған.

Эдгар По иҫән сағында тәү сиратта әҙәби тәнҡитсе булараҡ билдәле булыуға ҡарамаҫтан, артабан уның әҙәби әҫәрҙәре донъя әҙәбиәтенә, космология һәм криптографияға йоғонто яһаған. Яҙыусы Европала тыуған иленә ҡарағанда нығыраҡ таныла. Жюль Верн, Говард Филлипс Лавкрафт, Артур Конан Дойл кеүек әҙиптәр Эдгар Поның ижадын юғары баһалай, үҙҙәре популярлаштырған жанрҙарҙа уның беренселеген таный. Эдгар По 1809 йылдың 19 ғинуарында Бостонда, актёрҙар Элизабет Арнольд Хопкинс По һәм Дэвид По ғаиләһендә донъяға килгән. Элизабет По Бөйөк Британияла тыуған. 1796 йыл башында ул әсәһе, шулай уҡ актриса менән, АҠШ-ҡа күсеп килә, бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһай. Поның атаһы Ирландияла тыуған, шунан атаһы менән Америкаға килгән.

Эдгар ғаиләлә уртансы бала булған, уның ағаһы Уильям Генри Леонард (1807—1831) һәм һеңлеһе Розали. ↪ дауамы…

BERJAYA

BERJAYA

Шуларҙы беләһегеҙме?

BERJAYA
«Башҡорт» гәзитенең титул бите

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Башҡорт уғы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 27 май ♦ Кисәге: 26 май ♦ Иртәгә: 28 майБарлыҡ көндәр

BERJAYA Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

BERJAYA Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Ҡыйыу ҡарарҙар көнө.
    • Тауарҙар көнө.
    • Шпрот уйлап сығарылған көн.
  • Европа: Күршеләр көнө.
BERJAYA Милли
BERJAYA Һөнәри

27 май юбилярҙары

BERJAYA

Диноза́врҙар «ҡурҡыныс, ҡот осҡос, хәүефле» һәм σαῦρος «кеҫәртке» — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлыҡ иткән умыртҡаһыҙ, ер өҫтө һөйрәлеүселәре отрядына ҡараған хайуан. Улар өҫтөнлөк иткән дәүер — яҡынса һуңғы триас осоронан (бөгөнгөнән 225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (бөгөндән 65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр менән бергә юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың һөлдәләре планетаның бөтә континенттарында ла табылған. Палеонтологтар тарафынан был хайуандарҙың 500-ҙән артыҡ төрө билдәләнгән һәм тасуирлап һүрәтләнгән Улар ике ҙур төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кеҫәрткеләр.

«Динозавр» терминын фәнни әҙәбиәткә 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн беренсе тапҡыр индереп ебәрә. Ул был һүҙҙе ташҡа әйләнгән боронғо кеҫәрткеләрҙең тәү табылған һәм ҙурлығы менән ғалимдарҙы таң ҡалдырған һөлдәләрен тасуирлағанда ҡуллана. Таксономик яҡтан атама динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлегенә ишара булһа ла, Оуэн был терминды табылған һөлдәләрҙең нәҡ ҙурлығына ҡарап бирә. Үҙенең ҡараштарын нигеҙләп, Оуэн динозаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип нарыҡлай. XIX быуатта ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы тап ҡалын тирелеләр тип йөрөткәндәр, ә икенсел осор тип мезозой дәүере аталған.

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троя һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар.

1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кеҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кеҫәртке» тип атай. ↪ д а у а м ы…